Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Февраль 2020, 09:51
Орлоҡтан – ағас
Тәҙрә төбөндә лимон үҫтерергә хыялланаһығыҙмы? Магазиндан һатып алған цитрустың орлоғон сәсергә була. Емеш төньяҡҡа ҡарап торған тәҙрәгеҙ төбөндә 10 – 15 йылдан уңыш бирәсәк.
Орлоҡто лимондан алыу менән сәсегеҙ. Кипкән орлоҡ оҙаҡ шыта. Тупраҡ өсөн япраҡ серетмәһе, эре йылға ҡомо, тупраҡҡа әйләнгән тиреҫ кәрәк. Был состав нейтраль, уңдырышлы була, һауаны еңел үткәрә. Һауытты пленка менән ҡаплап, 20 – 22 градус йылы булған ҡараңғы урынға ултыртығыҙ. Үҫентеләр морон төрткәс, яҡтыға сығарығыҙ. Лимон – көйһөҙ үҫенте түгел. Аҙнаһына бер мәртәбә һыу һибеү ҙә етә. Хатта йәйгеһен тышҡа сығарып ултыртырға ла мөмкин. Йәйге селләлә һәм ҡыш көнө бүлмә ҡоро булғанда, япраҡтарын һыу менән ҡойондороп тороғоҙ.
Авокадонан емеш алыуға өмөтләнеү урынһыҙ. Бик һирәк осраҡта ғына емеш бирә. Фитонцидҡа бай. Өлгөргән емеште йыуып, дренажлы тупраҡҡа 2,5 см тәрәнлегендә сәсергә кәрәк.
Хөрмә ағасы, авокадо кеүек үк, матурлыҡ өсөн ултыртыла. Уның орлоғон ике көнгә һыуға һалып, көнөнә өс мәртәбә алмаштырып торорға онотмағыҙ. Магазинда «Пальма өсөн» тип аталған тупраҡҡа 1,5 см тәрәнлегендә ултыртырға. Өҫтөн пленка менән ҡаплап тоторға.
Фото: Т.Аманов
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/orlo-tan-a-as/
Яңылыҡ авторы: З. ЙӘҺҮҘИНА
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"