Новости
27 Февраль 2020, 09:55

Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеү бушлай буласаҡ

1 марттан алып дәүләт хеҙмәттәре порталына, федераль, төбәк власть органдары сайттарына инеү бушлай буласаҡ (интернет-трафик өсөн түләмәйһең).

Был "Асыҡ интернет" проектын тормошҡа ашырыуҙа тәүге аҙым (идеяны Президент Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтендә тәҡдим иткәйне).
Үрҙә аталған ресурстарға баланста аҡса булмаған хәлдә лә инергә мөмкин буласаҡ.
Киләсәктә Рәсәй эҙләү сайттарына, социаль селтәрҙәренә, мессенджерҙарына ла инеүҙе бушлай итерҙәр, бәлки. Һәр хәлдә был мәсьәлә лә ҡарала.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/D-l-t-he-m-tt-re-portalina-ine-bushlay-bulasa-138806/
Читайте нас