Билдәле, әлеге ваҡытта күпләп яуған ҡар, насар көн торошо тәбиғәт ҡосағына сығырға йәки баҡсаға барырға форсат бирмәй. Оҙаҡ уйлап тормай ир, балконға мангал ҡуйып, ут тоҡандыра. Төтөндө күреп ҡоттары осҡан күрше-күлән, янғын сыҡҡан тип, ҡотҡарыусыларға шылтырата.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре фатир балкондарында асыҡ ут яғырға ҡәтғи тыя, сөнки был кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Тәртип боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ”, - тип хәбәр итәләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.