Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
27 Февраль 2020, 09:57
2400 һалып ин дә – 19200 алып сыҡ!
Яңы мутлыҡмы был әллә ысынлап та аҡса эшләү юлымы? Белгестәр белдереүенсә, был – алдашып еңел аҡса эшләүселәрҙең яңы бер ысулы ғына.
Уйын Инстаграмда киң таралған. Ҡатнашыусылар «зәңгәр зона» ла торған кешенең картаһына 2400 һум аҡсаһын һалып инә. Аҡса күсереүе хаҡындағы чекты ебәреү менән, яңы уйынсы «ҡыҙғылт һары зона»ға күсә, артабан иһә «һары» һәм «йәшел» зоналарҙа һынау тоторға кәрәк. Йәғни үҙе артынан тағы ла һигеҙ кешене эйәрткәс кенә «зәңгәр зона»ға сығыу һәм 19200 һум аҡса алып уйындан сығыу күҙаллана. Шулай пирамида яйлап ҙурая, уның иң башында тороусылар кеҫәләрен ҡалынайта, ә түбәндәгеләр күпкә ышанып, бер нәмәһеҙ тороп ҡаласаҡ.
Фото: Инстаграм
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2400-alip-in-d--19200-alip-si-138700/
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"