Урындағы komiinform.ru агентлығы хәбәр итеүенсә, ғаилә "Lifan" автомобилендә ҡайтып барған саҡта, юлдың колеялы булыуы арҡаһында транспорт сараһы ҡаршы һыҙатҡа сығып, бензовозға бәрелгән. Тотош ғаилә – 47 йәшлек ир, 46 йәшлек ҡатын һәм уларҙың 19 йәшлек ҡыҙҙары менән 15 йәшлек улдары фажиғә урынында һәләк булған.
Коми республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғаилә Усинск ҡалаһында йәшәгән, ә тамырҙары менән улар Башҡортостандан, ата-әсәләре Баҡалынан.
Ғаиләнең 25 йәшлек улдары ҡалған. Һәләк булғандарҙы Башҡортостанға алып ҡайтып ерләйәсәктәр. Уларҙың кәүҙәләрен самолет менән алып килергә хәл ителгән. Транспортировка өсөн бөтәһе 600 мең һум аҡса талап ителә. Ошо маҡсатта аҡса йыйыу иғлан ителгән.
Юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.