Новости
26 Февраль 2020, 06:15

Шәһит Хамматов ил ярҙамында фатир ала алғанмы?

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов үҙенсәлекле социаль эксперимент уҙғарыуы тураһында беҙ хәбәр иткәйнек. Һылтанмаһы: https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sh-it-Hammatov-il-yar-aminda-fatirli-bulirmi-44383/?sphrase_id=787166

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Шәһит Хамматов краудфандинг ысулы менән "Инстаграм"да үҙенә фатир һатып алыу өсөн һәр кемдән берешәр һум аҡса ебәреүен үтенгән. Был тәжрибә нимә менән тамамланды? Тулыраҡ аҫта:
Ә 24 февралдә, эксперимент сере асыла бирҙе шикелле. "Инстаграм"да Шәһит Хамматов shagit__khammatov "Һеҙҙең аҡсаға йыйылған махсус сәңгелдәк. Ҙур, оло рәхмәт. Һеҙҙең өлөш беҙҙең өйҙә" тип сториз һалды. Сәңгелдәк бик урынлы булды - ошо көндәрҙә ҡатыны Айһылыу бәпәй тапты.

Фото: "Инстаграм"
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sh-it-Hammatov-il-yar-aminda-fatir-ala-al-anmi-136364/
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас