Новости
26 Февраль 2020, 11:05

Шәһит Хамматов бишек бәүелтә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шәһит Хамматовтың күптән түгел ҡыҙы тыуыуын барыһы ла шатланып ҡабул иткәйне. Әле бәләкәстең “өйлө” булыуы хаҡында атаһы үҙ сәхифәһендә белдерә.

“Ниһайәт, ил ярҙамында һораған аҡсамдың яҙмышының серен асырға ла ваҡыт етте, йәмәғәт. Иҫләйһегеҙме, мин үҙемә фатир алыу өсөн һәр кемдән берешәр һум аҡса йыйырға һорағайным. Был “өй” һеҙҙең алдығыҙҙа - махсус заказ буйынса эшләнгән СӘҢГЕЛДӘК! Ҙур рәхмәт Ғадинан ағай оҫта ҡулығыҙ өсөн. Бәпәйгә сәңгелдәк хуш килде”.
Бәхетле атай шулай уҡ ауыр саҡта ҙур ярҙам ҡулы һуҙған дуҫтарына, табиптарға, туғандарына, коллегаларына оло рәхмәтле. Беҙ ҙә Шәһит Хамматовты ҡыҙы тыуыу уңайынан ҡотлайбыҙ һәм ҡыҙсыҡтың имен-һау үҫеүен теләйбеҙ!
Әйткәндәй, балаҡай күркәм дата көнөндә 20.20.2020 донъяға килгән.
Фото: Шәһит Хамматовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Sh-it-Hammatov-bishek-b-elt-137698/
Читайте нас