Мәғлүмәти һуғыш, йәки көс нимәлә?
Яҡшылыҡ менән яманлыҡтың көрәшенән тыш, бөгөнгө көндә яуҙар етерлек. Мәғлүмәти һуғыш – шуларҙың береһе. Кемдең мәғлүмәте ҡыҙығыраҡ, иғтибарҙы йәлеп итерлек, “ҡысҡырып тора” – шуларҙың күрһәткестәре лә юғары.
Ни өсөн интернет селтәре күберәк яман хәбәрҙәрҙән, “һары”лыҡтан тора тип аптырарға түгел – быларҙың барыһы ла халыҡ талабы, яҙылмаған ҡанун.
Шәхси күҙәтеүҙәремдән сығып әйтәм: Татарстан мәктәптәрендә башҡорт кластары, ә балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асылыу тураһындағы мәғлүмәткә ҡарағанда үткән төндә кемдеңдер шаулы мәжлестән һуң шешәләшен һуйып үлтереүе хаҡындағы хәбәр йөҙ тапҡырға күберәк ҡарау йыя. Ниңәлер барыһын да ошондай фажиғәләр ҡыҙыҡһындыра, ә мәғлүмәт таратыусылар быны бик яҡшы аңлай. Ҡулланыусы бындай мәҡәләләргә йышыраҡ баҫҡан һайын, аҡыллы гаджеттар уларҙың иртән тороуына тағы ла йышыраҡ “ҡыҙыҡлы” хәбәрҙәр әҙерләп ҡуя.
“Брат” киноһындағы һымаҡ: “Көс нимәлә?” Ә журналист эшенең төп асылы ниҙән ғибәрәт? 90-сы йылдар аҙағында тыуған бала булараҡ, мин интернетһыҙ үҫкән һуңғы быуын тулҡынына тура килдем. Китап уҡырға яратҡанғамы, өйҙә йыл әйләнәһенә гәзит-журналдар килеп торғанғамы, ваҡытлы матбуғатҡа бала саҡтан ҡыҙыҡһыныуым көслө булды. Журналист һөнәренә һөйөү ҙә шунан яралғандыр. Бәләкәйҙән был исемде йөрөтөүселәрҙең, донъяны мөһим мәғлүмәттәр менән тәьмин итеүҙән тыш, төп маҡсаттары ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө даулау, мохтаж булғандарға ярҙамға килеү, теге йәки был ваҡиға барышында кәрәкле һүҙ әйтеү, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуға ҡайтып ҡалыуына шигем юҡ ине.
Әле лә ошондай фекерҙәмен, әммә был өлкәгә әлеге лә баяғы интернет селтәре аша килеп ингән үҙгәрештәр уйланырға мәжбүр итә.
XXI быуатта, төрлө яҡтан, көнөндә түгел, сәғәте-минутында төрлө мәғлүмәт килеп торған осорҙа, кешеләрҙең талаптары ла үҙгәрҙе булһа кәрәк. Элек негатив хәбәрҙәрҙең киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылмауы туранан-тура интернет булмауы менән дә аңлатылалыр, бөгөн дә шулай – үлтереш, фажиғә, булыр-булмаҫ буш мәғлүмәттәр менән гәзит-журнал биттәре түгел, электрон сайттар сарлана. Талаптар үҙгәреүгә килгәндә, кеше элек көттөрөп кенә килгән ваҡытлы матбуғат аша күберәк рухи аҙыҡ көҫәгәндер, бөгөн килеп ҡул осонда булған электрон баҫмаларҙан көндәлек рәүештә хәбәрҙең төрлөһөн уҡыйҙар, мәғлүмәттең күләме күбәйгән һайын, уның баһаһы төшә. Хәйер, уның ғына түгел. Был хәл туранан-тура журналист һөнәренә лә ҡағыла.
Беҙ барыбыҙ ҙа фильмдар ҡарайбыҙ. Йыш ҡына уларҙа төрлө өлкәләрҙә бил бөгөп эшләп, билдәлелектең юғары нөктәһенә тиклем күтәрелгән уңышлы кешеләрҙең, бәйләнсек себен шикелле, артыҡ маҙаһына тейгән хәбәрселәрҙең образын да күҙәтәбеҙ. Уларға сәбәп кенә бир – хәҙер төймәнән дөйә яһарҙар, бүрәнә үтә бүре күрерҙәр. Ә ни өсөн? Әлбиттә, рейтингты күтәреү, пиар маҡсаты менән эшләнә барыһы ла. Бөтәһе өсөн дә әйтмәйем, әммә тап ошондай күренештәр арҡылы был һөнәр эйәһенә ҡайһы саҡ шикләнеп, уларҙы тәнҡитләп, хатта кәмһетеп ҡарау осраҡтары хасил була. Әммә шағир Рәсәйҙә шағир ғына булмаған кеүек, журналист та – үҙ фекере, үҙ ҡарашы, үҙ йөҙө, “һүҙ” тигән үҙ ҡоралы булған шәхес.
Миҙалдың һәр ваҡыт ике яғы була
Йылдан-йыл ҡағыҙ баҫмаларҙы замана технологиялары ҡыҫырыҡлай, был йәһәттән күптәр саң ҡаға, гәзит-журналдарға яҙылыу кәмей, сөнки халыҡ махсус яҙылып, гәзитен почтальон алып килгәнен көткәнсе шул уҡ мәғлүмәтте ҡул аҫтындағы телефонынан йәки компьютерынан уҡый. Мәғлүмәт таратҡан хәбәрселәргә лә уңайлы – тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында мәҡәлә яҙып, уны йәне теләгән электрон майҙанға сығара алалар.
Был – миҙалдың беренсе яғы. Икенсе яғында хәлдәр шулай уҡ күңелһеҙ. Журналист һөнәренең бәҫе төшә. Кемдер уны юғала барған һөнәрҙәр исемлегенә лә индергән ине, был яҡшы аңлашыла – журналистарҙы блогерҙар ҡыҫырыҡлай, сөнки бөгөн теләгән һәр кем интернет селтәрендә үҙ блогын асып, үҙ фекерҙәрен яҙып бара ала. Улай ғына түгел – эшмәкәрлек аудио һәм видеоформатта ла үҫешә.
Киләһе күрһәткес йәнә мәҡәләнең башындағы темаға кире ҡайтырға мәжбүр итә. Журналистың эшмәкәрлеге замана талаптарына яраҡлашыуға, донъяуи ауҙы мәғлүмәт менән тултырыуға бәйле булыу арҡаһында, был һөнәр эйәһе “ҡараңғы яҡҡа күсергә” мәжбүр (хәйер, барыһы ла үҙенән тора). Ашып-ташып торған хәбәрҙәр менән “иркәләнгән” йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итер өсөн мәғлүмәттәргә ҡысҡырып торған сәйер, хатта тоҙһоҙ исемдәр уйлап сығарыла, “һары” материалдар күбәйә, үлем тураһында йышыраҡ яҙыла башлай.
Ә йәмғиәт бындай хәбәрҙәрҙе талап итә. Бөтәһенә лә түгел, әммә ни тиклем ҡыҙғаныс булмаһын, күпселеккә бындай мәғлүмәттәрҙе уҡыу оҡшай. Бында ябай ҡыҙыҡһыныу ҙа, кешенең ҡатмарлы тәбиғи булмышы ла роль уйнайҙыр. Шулай яралғанбыҙ – беҙҙе икһеҙ-сикһеҙ ғаләмдән бигерәк үтә йыш осрап та барыбер асылмаған сер булып ҡалған үлемдең үҙе, унан һуңғы тормош ҡыҙыҡһындыра, хатта ниндәйҙер кимәлдә арбай ҙа.
Үлемдән башҡа темалар ҙа етерлек бит. Мәҫәлән, ҡайҙалыр кемдеңдер үгәй ҡыҙын көсләүе кеүегерәк ҡот осҡос хәбәрҙәр ҙә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүсе мәғлүмәттәрҙең топ рейтингын биләй. Ниңә ошондай хәбәрҙәр менән ҡыҙыҡһына кеше? Аң кимәле шул дәрәжәлә булыу арҡаһындамы? Ғибрәт алырға теләйме? Миңә ҡалһа, ябай ҡыҙыҡһыныу. Ошо уҡ ҡыҙыҡһыныу ҡайҙалыр кемделер ғәйбәт һөйләргә, ә кемделер шул ғәйбәтте тыңларға, бишкә арттырып ары ебәрергә сәбәп булып тора.
Донъя бөтә, ахырыһы...
Ҡайһы бер таныштарым көнө-төнө негатив мәғлүмәттәр ағышын күҙәтә лә шулай тиеп көрһөнә. Ысынлап та, был донъяға нимә булған? Ниңә ҡапыл ғына үлтерештәр, көсләүҙәр һәм башҡа енәйәттәр артты?
Ысынында, көн дә ғүмерҙәр ҡыйыла. Көн дә ниндәйҙер фажиғә сыға. Быға тиклем дә йылдар буйы шулай булған. Тик был хаҡта көнө-төнө интернет буйлап хәбәрҙәр йөрөмәгән. Эш бында күңелһеҙ хәлдәрҙең артыуында түгел (киреһенсә, һуңғы арала енәйәттәр кәмегән тип хәбәр итә статистика). Эш әлеге лә баяғы негатив мәғлүмәттәрҙең күбәйеүендә, киң мәғлүмәт сараларының яңы йүнәлеш алыуында.
Уйлап ҡараһаҡ, кемдеңдер алкоголле эсемлектәр ҡулланыуы арҡаһында урамда туңып үлеүе ауыл, район кимәлендәге яңылыҡ була ала, әммә был хаҡта бар төбәкте тултырыу урынһыҙ ҙа һымаҡ.
Был хәлдә сылбырлы реакцияның әүҙемләшеп китеү мөмкинлеге бошондора. Психик ауырыуҙар, маньяктарҙың бер-береһенең ҡылыҡтарын күреп, ишетеп, уҡып “илһамланыуын” ишеткәнегеҙ барҙыр. Ошо йәһәттән ҡурҡыныс енәйәттәр хаҡындағы хәбәрҙәр уларға “ем” булып тормаймы икән?
Тағы ла ғаләм ҡанундары, һүҙ көсө хаҡында ла беләһегеҙҙер.
Нимәне йышыраҡ ҡабатлайһың – йыһанға бының хаҡында сигнал китә, һәм һүҙ көсө ярҙамында был тормошҡа аша. Ҡурҡыныс яңылыҡтар менән интернет селтәрен генә түгел, тотош ғаләмде тултырмайбыҙмы? Уйҙырма кеүек тойолһа ла, уйланырға урын бар. Йыһан, ғаләм тигәндәй, һеҙҙең иғтибарығыҙға тағы ла бер ҡыҙыҡ күҙәтеү тәҡдим иткем килә.
Мәғлүмәт беҙҙең аңыбыҙ менән идара итә аламы?
Йыл башында Федор Бондарчуктың “Вторжение” исемле фильмы киң экрандарға сыҡты. Унда икенсе планетанан килгән яһалма аң кешеләрҙең йыһандағы спутниктарға китеп торған “Бәйләнештә”, “Instagram”, “Фейсбук” кеүек сайттарындағы белешмәләрен цифрлы технологиялар ярҙамында үҙгәртеп, йәмғиәттә үҙенә кәрәкле реакция алыуға өлгәшә. Рәсәйҙең Оборона министрлығы кешеләр араһында тыуған паниканы бөтөрөү өсөн мөмкин тиклем кәрәҙле телефондар, компьютерҙар, цифрлы телевидениены туҡтатып тороп, элеккесә телеграф сымдары һәм ҡағыҙ баҫмалар ярҙамында дөрөҫ мәғлүмәт таратырға тырыша. Ҡарайһың да, мәғлүмәттәрҙең кеше менән идара итә алыуына тағы бер тапҡыр инанаһың.
Ысынлап та, интернет тип аталған донъяуи селтәрҙә беҙҙең турала бөтә мәғлүмәт тә бар. Беҙ уны үҙебеҙ үҙ теләгебеҙ менән таратабыҙ: фотоһүрәттәр, видеояҙмалар, ҡайҙалығыбыҙҙы, ҡайҙа йәшәгәнебеҙҙе, ҡайҙа йүнәлгәнебеҙҙе күрһәткән геолокациялар, тауышыбыҙҙы сағылдырған тауышлы хәбәрҙәр... Барыһы ла үтә уңайлы, ә төптән уйлаһаң, хәүефле лә...
Интернет селтәрендә дөрөҫлөктө сағылдырмаған, туҙға яҙмаған хәбәрҙәрҙең беҙҙең аңыбыҙ менән идара итеү мөмкинлеген аңлау ҙа шатлыҡ өҫтәмәй. Берәй сайтҡа инһәң, уның мөйөшөндә йыш ҡына фотоһүрәт менән текст һикерә: “Оҙайлы ауырыуҙан һуң Алла Пугачева мәрхүм булған...” Алыҫ бараһы түгел, күптән түгел ошоға оҡшаш хәл башҡорт йәмәғәтселегендә лә булды: кемдер интернет аша билдәле актер Фидан Ғафаровтың аварияла һәләк булыуы хаҡында ялған хәбәр таратҡан. Ә ышаныусылар булған бит. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың – ошоға оҡшаш хәбәрҙәр күп хәҙер...
Күрә белһәң, яҡшы хәбәрҙәр ҙә етерлек
“Донъяның яҡты яғында йәшәргә кәрәк” тигән фекер йыш осрай. Уның менән килешмәйенсә мөмкин түгел. Ошолай йәшәү дөрөҫ икәнен аңлағандарҙың булыуы шатландыра. Эш сәфәре менән теге йәки был төбәккә юлланғанда урындағы халыҡтың иң йыш биргән һорауы: “Ни өсөн һуңғы арала негатив мәғлүмәт күбәйҙе? Ҡайҙа ҡарама – үлем тураһында яҙалар”.
Уйлай китһәң, был тормош ярайһы уҡ ҡатмарлы. Көндәлек һынауҙарҙан тыш, ул һис көтмәгәндә елкәгә килтереп ҡайғы өйөп ҡуя.
Ошондай ваҡыттарҙа тик яҡтылыҡ, яҡшылыҡ хаҡында уйлағы, тирә-яҡты аҡ төҫтә күрге, барыһы ла яйланырына ышанғы килә. Һөҙөмтәлә интернетҡа инәһең, ә унда тағы үҙ атаһы балаһын үлтергән...
Ә тирә-яҡта бынан тыш та яҡшы хәбәрҙәр күп бит. Тик улар күпселекте әллә ҡыҙыҡһындырмай, әллә кеше был мәғлүмәттәргә ҡәҙимге хәл итеп ҡарай – уларҙың рейтингы әҙ кимәлдә ҡала килә...