Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренән шул билдәле: баҡтиһәң, был ир таныш булмаған егетте урамда осратып, эләгешеп китәләр. Һүҙ артынан һүҙ сығып, иреш низағҡа әйләнә. Ниндәйҙер мәлдә йәш егет пневматик пистолет килтереп сығара ла, был иргә атып ебәрә. Был хәл урамдағы видеокамераға эләгә. Аяныслы хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Видеокамераларҙы ентекле тикшергәндән һуң, полиция хеҙмәткәрҙәре атыусының шәхесен асыҡлай: ул 16 йәшлек Өфөлә йәшәүсе үҫмер. Тикшереү эштәре дауам итә.