Новости
25 Февраль 2020, 19:45

Ирҙе торба "йотҡан"

Бөгөн, 25 февралдә, Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, "Башнефть" хеҙмәткәренең эш мәлендә бәхетһеҙлеккә тарып, һәләк булыуы асыҡланды.

Бәлә 19 февралдә үк булған. Эшсе һауа йыйғыс камеранан ер аҫты һыуҙарын һурҙырып алып йөрөгәндә була был хәл. Машинист хәүефле зонала ҡала һәм уны торба үткәргес үҙенә һөйрәп ала.
- Зыян күреүсенең кәүҙәһен өс метр бейеклектәге билдәлә тапҡандар. Тикшереү барышында хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланыр тип уйлайбыҙ, - тигәндәр Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.
Шаһиттар әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙе торба аҫтағы икенсе ҡаттан өсөнсөһөнә тиклем һурып алған. Уны көнө буйы эштә тапмай эҙләп йөрөгәндәр, фажиғә тураһында һуңғараҡ билдәле булған.
Зыян күреүсе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙе боҙғанмы, әллә ҡаза уйламағанда килеп сыҡҡанмы - тикшереү тамамланғас асыҡланыр тип ышанабыҙ.
Фото:ufa.aif.ru
Аклима Гизатуллина
  • Читайте нас