Новости
26 Февраль 2020, 06:11

Бына, исмаһам, ир-егеттәр!

23 февраль көнө Ишбирҙе һәм Бөрйән–Йылға ауылы ир-егеттәре Сәлимйән Үлйәбаев инициативаһын күтәреп алып, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына, генерал Шайморатовҡа, ауыл биләмәһенән кавалерия сафында һуғышҡан яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә бағышлап, бик матур сара ойошторҙо, тип хәбәр итәләр Баймаҡ районынан.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ваҡиғаларын һынландырып күңелдәрҙе тетрәндерҙеләр, ауыл буйлап үтеп һәр кешене был тарихи ваҡиғаларға кире ҡайтырға, уйланырға мәжбүр иттеләр. Обелиск эргәһенә барып, яуҙа ятып ҡалғандарга һәм ҡайтып мәрхүм булған яҡташтарыбыҙға аят бағышлап, венок һалғандан һуң, кавалерия атакаһын күрһәттеләр.
Усаҡ янында йыр, бейеү, һалдат бутҡаһы, ялан концерты ла булды. Балаларҙы һыбай йөрөтөү, уҡтан, пневматик мылтыҡтан атыу, граната, һөңгө ташлау кеүек уйындарҙа һәр кем ҡатнаша алды.
Сараны уйлап, тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән һәр кемгә ауыл хакимиәте оло рәхмәт белдерә.
Фото:Т. Аманов.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bina-isma-am-ir-egett-r-136969/
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас