Новости
26 Февраль 2020, 06:10

Артем, Илья һәм Слава Мазовтарҙың юғалыуына дүрт ай!

Ҡатыны Эльмираның бармаған күрәҙәһе ҡалмаған.

Артемдың телефоны һуңғы тапҡыр “Речные зори” шифаханаһы биләмәһендә бәйләнешкә сыҡҡан. Ошонда уҡ ирҙең машинаһы һәм резина матрас табылған. Юғалыусыларҙы ҡотҡарыусылар, водолаздар, полиция эҙләне, тик эҙҙәренә төшә алманы. Күптән түгел телефондың башҡаса тоҡаныу-тоҡанмауын полиция тағы бер тапҡыр тикшергән. Тик биллинг яңы һөҙөмтә бирмәгән.
Эльмира әйтеүенсә, ул күрәҙәләрҙән дә ярҙам һораған. Эзотериктар бер тауыштан Артем һәм улдары Илья менән Славаның тере булыуын иҫбатлай, тик уларҙың ҡайҙалығын әйтә алмай икән.
Ҡатын ҡәҙерле кешеләренең имен-һау ҡайтып инеүенә тамсы ла өмөтөн өҙмәй.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Artem-Ilya--m-Slava-Mazovtar-i-yu-aliuina-d-rt-ay-137020/
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас