Ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ һәм эремсек
Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ. Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.
Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт ҡушырға мөмкин. Бөтәһен бергә һалып туғыйбыҙ ҙа ғәҙәттәгесә ҡоймаҡ ҡоябыҙ.
Эремсек өсөн өс литр ыуыҙ һөтөнә бер литр ҡатыҡ кәрәк. Ыуыҙҙы ҡайнатабыҙ ҙа ҡатыҡ ҡушабыҙ. Һүрән утта тотабыҙ. Эреп сығыу менән утын һүндерәбеҙ, һарҡытабыҙ.