Новости
25 Февраль 2020, 04:00

"Яҡташтарым 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы яугирҙәренә бағышланған парад ойошторҙо"

тип хәбәр итә "Бәйләнештә" селтәрендә Артур Иҙелбаев. - Атайым Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуып үҫкән. Кисә унда йәшәгән ир-егеттәр үҙ көстәре менән атлы парад һәм яу реконструкцияһы уҙғарҙы. Шуның менән улар 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы яугирҙәре иҫтәлеген хөрмәт итте.

Тәүҙә ишбирҙеләр аттар әҙерләгән, дивизия байрағының теүәл күсермәһен эшләткән, ауыл янындағы яланда реконструкция яуы өсөн хәрби позициялар әҙерләгән, Бөйөк Ватан һуғышына һәм Шайморатов генералға бағышланған шиғыр-йырҙарҙы ятлаған. Кисәге байрамда ауыл уртаһындағы һуғыш ҡаһармандарына арналған стела янында тантаналы митинг та уҙҙы. Был оло сараны үткәреүселәр һәм ҡатнашыусылар араһында өлкәндәр менән йәштәр булды. Яҡташтарым, һеҙгә рәхмәт! Батырҙарыбыҙҙы онотмаған өсөн рәхмәт!
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-tashtarim-112-se-Bash-ort-atlilar-diviziya-i-yaugir-ren-ba-ishlan-an-parad-oyoshtor-o-135383/
Читайте нас