Новости
25 Февраль 2020, 04:00

Ҡыҙыу линия эшләйәсәк!

25 һәм 26 февралдә 12.00 - 16.00 сәғәттәрҙә “Айыҡ ауыл” проекты даирәһендә 8-800-347-5000 номеры буйынса ышаныс телефонында алкоголь һәм наркотик бәйлелеге мәсьәләләре буйынса Ҡыҙыу линия эшләйәсәк.

Унда һәр теләүсе башҡорт һәм рус телдәрендә аноним рәүештә һәм бушлай белгес консультацияһы алыу мөмкинлегенә эйә.
Алкоголь бәйлелегенән нисек ҡотолорға? Яҡын кешеңә нисек ярҙам итергә? Нимәнән башларға?
Республика халҡының барлыҡ һорауҙарына ла юғары квалификациялы белгестәр яуап бирәсәк:
- Табип психиатр-нарколог Сафина Диләрә Айрат ҡыҙы;
- Клиника психологы Мостафин Искәндәр Артур улы;
- Психотерапевт Байбулатова Гүзәл Рим ҡыҙы;
- Башҡорт телен белгән психолог Хәмитова Ләйсән Мөхәмәт ҡыҙы.
“Ҡыҙыу линия” белгестәре:
- аныҡ ҡалала йәки районда ҡайһы ерҙә профессиональ ярҙам күрһәтеүҙәре;
- дәүләт медицина һәм реабилитация үҙәктәрендә бюджет нигеҙендә ниндәй хеҙмәттәр алырға мөмкин булыуын;
- дәүләттеке булмаған клиникалар ниндәй хеҙмәттәр күрһәтеүе турһында яуап бирәсәк.
Шылтыратығыҙ, беҙ һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ!
25 һәм 26 февралдә 12.00 - 16.00 сәғ.
8-800-347-5000
Аноним рәүештә, бушлай, ҡулай!
Акцияны ойоштороусылар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас