Ысынлап та, ҡыш үтә йылы булыуы менән аптырата бит. Элек сатлама һыуыҡтары менән өшөткән ғинуар, февраль айҙарында ямғырҙар яуҙы, урамдарҙан күләүектәр аҡты.
Был хаҡта Воейков исемендәге Баш геофизик обсерваторияның әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәре Андрей Киселев: «Аномаль йылы ҡыштан һуң Рәсәйгә уртаса йәй киләсәк, - ти белдерә. - Тәбиғәт һауа торошо температураһын бер аҙ тигеҙләргә тырышасаҡ. Ҡыш көнө температура артыҡ юғары булһа, йәйен йылылыҡ уртаса йәки түбәнерәк көтөлә. Бынан тыш, ҡарһыҙ тупраҡта дым етмәүе лә мөмкин. Был үҙ сиратында ауыл хужалығы өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал».