Асыҡланыуынса, Михаил П. ҡатыны һәм туғандары менән кафеға Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләргә килә. Матур ғына байрам иткәндән һуң, улар ҡайтырға йыйына. Тик урамға сыҡҡас, ҡарҙа ятҡан бер иргә юлығалар. Михаилдың туғандары белдереүенсә, ул ерҙә ятҡан иргә торорға ярҙам итергә була. Әммә ҡарҙа аунап ятҡан ир ҡапыл ырғып тора ла ни сәбәптәндер Михаилға ташлана, ҡулына бысаҡ алып, ҡорбанының йөрәгенә сәнсә.
- Михаил иргә ярҙам итергә уйланы, өшөп үлеп ҡуймаһын тип борсодо. Үкенескә күрә, үҙе һәләк булды, - ти туғандары.
Ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынған.
Михаилдың ҡатыны менән бәлиғ булмаған ике балаһы ҡалған. Ул бынан өс көн элек кенә вахта ысулы менән эшләп, районға ҡайтҡан булған. Әле был ваҡиға буйынса тикшереү эше башланған.