Новости
25 Февраля 2020, 07:24

"Радиктың клибында төшөр инеңме?"

Яратҡан йырсыбыҙ Радик Юлъяҡшинды бығаса кемгә генә өйләндермәнеләр! Нимә генә тимә, йәше еткән шул.

Добавить в предпочтительные источники Google

Был юлы иһә халыҡтың фаразы ысын булырға оҡшай. “Шәһри Ҡазан” гәзите уның һөйгәне Инзилә менән экспресс-интервью тәҡдим иткән. Инзиләгә 20 йәш, ул Татарстандың Әгерже районында тыуып үҫкән. Һөнәре буйынса – парикмахер.

- Мин Радикты быға тиклем белә инем. Йырҙары оҡшай, шулай ҙа мин уның фанаты түгел.

- Уның яныңда ҡыҙҙар һәр ваҡыт күп, ул гел гастролдәрҙә йөрөй. Һиңә уның менән ауыр түгелме?

- Юҡ, ауыр түгел. Еңел дә түгел. Был уның эше бит.

- Атай-әсәйең дуҫлығығыҙға нисек ҡарай? Улар ҡаршы түгелме?

- Юҡ, барыһы ла яҡшы.

- Радиктың клибында төшөр инеңме?

- Юҡ, төшкөм килмәй.

- Буласаҡ тормош иптәшеңде ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһең?

- Яуаплы, намыҫлы, маҡсаты һәм юмор хисе булған.

- Радик тип йән атҡан ҡыҙҙарҙан уны көнләшәһеңме?

- Юҡ.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.



Читайте нас