Новости
25 Февраль 2020, 07:28

Әнүәр Нурғәлиев та һалдат бутҡаһынан ауыҙ иткән

“1992-1994-се йылдарҙа Алкинолағы хәрби частә хеҙмәт иттем. Атай-әсәй, яҡындар бик ҡаты илап оҙатҡан ине, әммә йыраҡ өлкәгә китеп булманы. Үҙебеҙҙә, Башҡортостанда ҡалдым. Таныш-белештәре аша тыуған ерендә хеҙмәт итергә теләгән "текә" егеттәр араһында мин генә ябай колхозсы балаһы инем. Шуны әйткем килә, тормоштоң был өҙөгө – ғүмерлек хәтирәләр. Уны легендалар итеп балаларыңа, ейәндәреңә һәм барлыҡ туғандарыңа һөйләй алаһың.

Армия тигәс, ул, беренче сиратта - дисциплина. Модернизациялар йыш булып торғас, унда хәлдәр насарҙыр тип уйламайым. Был темаға ҡарата мин әле лә битараф түгелмен, сөнки улым үҫеп килә. Хәрби хеҙмәтте бик хуплайым. Ғаиләлә лә шундай пропаганда алып барам. “Юҡ, улым, бармайһың, көсөмдән килгәнсә ярҙам итеп, һине армиянан алып ҡалам”, - тигән һүҙ бер ҡасан да ауыҙымдан сыҡмаясаҡ. Батырлыҡҡа ир-ат тағы ҡайҙа өйрәнһен? Ике йыл хеҙмәт итеү, бәлки күп тә булғандыр, әмма бер йыл – бына тигән ваҡыт. Унда бит мылтыҡ тоторға ғына өйрәтмәйҙәр. Мәҫәлән, беренсе ярҙам күрһәтеүҙе генә алайыҡ. Һау-сәләмәт ир-ат мөһим рәүештә хеҙмәт итергә тейеш. Армия ғына егетте ир-атҡа әйләндерә.
Шәхсән үҙемә хеҙмәт еңел бирелде. Гитарала уйнай белеүем ҙур плюс булды. Шуның өсөн мине барыһы ла хөрмәт итте. Мәскәү өлкәһенән Руслан исемле сержант бар ине. Урыҫ булыуына ҡарамаҫтан, минән “Бир ҡулыңды, гүзәлем, һинһеҙ өҙөлә үҙәгем” йырын өйрәнгән ине. Гитараға битараф егет юҡ ине. Хәтергә төшөрһәң, күңелле миҙгелдәр...", - тип хәтирәләрен барлай билдәле йырсы.
Читайте нас