Новости
25 Февраль 2020, 07:29

Машина һиңә кер йыуыу порошогы түгел

Стәрлетамаҡта “Арбат” сауҙа-күңел асыу үҙәге Ватанды һаҡлаусылар көнөндә икеләтә байрам ойошторған – комплекстың юбилейына ”Лада Веста” автомобилен оттороу уйынын үткәргән.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ун меңдән ашыу кеше конкурста теркәлгән. Социаль селтәрҙә был ваҡиға буйынса ҡыҙыу фекер алышыу бара. Сауҙа үҙәге эргәһенә йыйылған халыҡтың күплеге хайран ҡалдыра, оптимистар йәшәй икән был ҡалала, тип һоҡланырға ғына ҡала беҙгә. Шаһиттарҙың әйтеүенсә, өҫтәүенә үҙәккә инеү ишектәренең бары береһе генә асыҡ булыуы этеш-төртөш тыуҙырған. “Ярай әле, йәрәхәтләнеүселәр, имгәнеүселәр юҡ”, тип һөйөнөс белдерә берәүҙәр. Икенселәр:”Стәрлетамаҡтарҙан да оптимистик рухлы, яҡшы кәйефле халыҡ юҡ! Бөтәһе лә үҙенең отоуына, уңыштың бары үҙенә йылмайыуына ышана!”-тип ғорурланыуын белдергән.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн ойошторолған күңел асыу программаһы бөтә ҡытыршылыҡтарҙы ла онотторған, автомобилдән башҡа ла бүләктәр, сертификаттар отторолған. Ә бит бындай сараларҙың йыш ҡына күңелһеҙлек менән тамамланыуы билдәле. Мәҫәлән, 1 февралдә Нефтекамала кер йыуыу порошогы өсөн “көрәш” эҙһеҙ үтмәне, эш талаш-тартыштан уҙып, һуғышыуға барып етте.
Фото:BashNews.
Читайте нас