Эҙләү эше менән шөғөлләнгән төркөм юлға сыға. Билдәләнгән урында гараж боксы урынлашҡанлығын күрәләр. Росгвардия ағзалары биләмәне уратып алып, күҙәтеү ойоштора. Күп тә үтмәй, гараждан эҙләү иғлан ителгән автомобилде алып сығалар. Полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәренә "Тойота"ны туҡтатыу бер ни тормай. Шулай, итеп, транспорт сараһының мажаралы яҙмышы хәл ителә.