Новости
25 Февраль 2020, 05:45

Дүрт йыл самаһы элек юғалған Гѳлназ табылған

Күптән түгел 2016йылда эҙһеҙ юғалған 27 йәшлек Гѳлназ Мурзинаны туғандары эҙләүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Ул ѳйѳнән сығып китеп, эҙһеҙ юғалған.

Ҡыҙҙы туғандары “Көт мине” тапшырыуына һәм “Лиза Алерт” эҙәрмәндәренә лә мөрәжәғәт итеп эҙләгән.

Атаһы ҡаты ауырып киткәс, вафаты алдынан ҡыҙҙын күргеһе килеп, тағы ла эҙләтә башлаған. Ул, ҡыҙын кѳтѳп ала алмайынса, 23 февралдә йән биргән. Гѳлназ Мурзина атаһын һуңғы юлға оҙатырғаАуырғазы районының Ташлы ауылына ҡайтҡан, әммә уның ошо ѳс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ҡайҙа йѳрѳүе туғандары ѳсѳн һаман да билдәһеҙ булып ҡала.

Фото: ГорОбзор.ру.

Рәмилә Мусина
Читайте нас