Новости
25 Февраль 2020, 07:10

Баланың ғүмере дауаханала өҙөлгән

Ҡырмыҫҡалы районындағы ҡот осҡос аварияла ҡаза күргән ун йәшлек ҡыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханала мәрхүм булған. 18 февралдәге юл фажиғәһендә ул ата-әсәһен юғалтҡайны.

ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, оло йөк машинаһы светофорҙа ҡыҙыл төҫкә кинәт туҡтаған, был ваҡытта уның артынан килгән "Фольксваген Поло" маркалы еңел автомобиль туҡтап өлгөрә алмайынса, уның аҫтына барып кергән. Һөҙөмтәлә руль артында ултырған ир ҙә, уның ҡатыны ла алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән. Уларҙың ун йәшлек ҡыҙҙарын дауаханаға оҙатҡайнылар. Ләкин, табиптар күпме тырышһа ла, баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡала алмаған шул...
Һауа шарттарының йыш үҙгәреп тороуы сәбәпле, юлдар торошо насарланды. Шуға ла водителдәргә тағы ла иғтибарлыраҡ булып, юл ҡағиҙәләрен боҙмайынса, дистанцияны һаҡлап, тиҙлекте арттырмай йөрөү фарыз, тип иҫкәртәләр ЮХХДИ-ла.
Фото pixabay.com
Читайте нас