Тәүҙә ҡабаҡты эре ҡырғыста үткәреп, ярты сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Һуты бүленеп сыҡһын. Бәшмәкте, һуғанды ваҡлап турайбыҙ, кишерҙе ҡырығыс аша үткәрәбеҙ. Талғын ғына утта көнбағыш майында һуғанды, кишерҙе, бәшмәкте ҡыҙҙырабыҙ. Уға тәмләткестәр, соя соусын ҡушып әҙер булғансы болғап бешерәбеҙ ҙә, һыуытырға ҡуябыҙ. Шунан ҡабаҡты һутынан һығып, ҡапҡасты ҡаплап көнбағыш майында быҡтырабыҙ. Аҙаҡтан ҡапҡасты асып, әҙер булғансы ҡыҙҙырабыҙ. Уға ваҡланған һарымһаҡ, әнис, петрушка ҡушабыҙ. Ҡабаҡ һыуығас бәшмәкле ҡатнашмаға эремсек ҡушып блендер менән ваҡлайбыҙ. Тоҙларға мөмкин.