Новости
24 Февраль 2020, 08:34

Юл фажиғәләре - 22 февраль

23 февралдә республика юлдарында 13 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 18 кеше йәрәхәттәр алған.

Көндөҙ Белорет районында, Сәрмән ауылы янында, "Daewoo Nexia" машинаһы "Ford Focus" машинаһына (водителе 27 йәшлек ҡатын) бәрелә, артабан "Ford" "Skoda Rapid"ҡа һуғыла.
"Daewoo Nexia"ның водителе, 33 йәшлек ҡатын, шунда уҡ һәләк була.
"Ford"тан өс кеше - дауаханала.
"Skoda"ның да 36 йәшлек водителенә медицина ярҙамы талап ителгән.
Кисен Әбйәлил районында, Асҡар ауылында, 27 йәшлек ир "Лада Ларгус" машинаһында 55 йәшлек йәйәүлене тапай.
Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә. Водителдең иҫерек булғаны билдәле.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ инспекторҙары юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларға 2600 протокол төҙөгән, 70 иҫерек водителде тотҡан.
Фото: Д.З.Ғилметдинов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-22-fevral-134925/
Читайте нас