Новости
24 Февраль 2020, 05:35

“Ҡытайҙа һәр көндө ҡурҡып үткәрҙек”

Ҡытайҙа ике йыл буйы йәшәп һәм эшләп, үҙенсәлекле ил тормошона яраҡлашҡан Мухиндар ғаиләһенә тыуған яҡтарында йәнә донъя көтөргә яйлашырға тура килә.

Ҡытайға улар дүрт йәшлек улдары Максимдың полиглот булыуы, алты телдә иркен һөйләшә алыуы арҡаһында барып эләккән. Малай инглиз, француз, башҡорт, рус, ҡытай, испан телдәрен һыу кеүек эсә, “Россия-1” каналындағы “Ғәжәп кешеләр” тапшырыуында ла ҡатнашҡайны. Ҡытай иеороглифтарын үҙләштереү өсөн, бөтә донъяларын һатып, Шанхайға күсеп китәләр. Коронавирус ғаиләнең бөтә пландарын юҡҡа сығара. Карантин зонаһынан нисек сығырға? Дарыуханала һәм магазиндарҙа битлектәр булмауы хәлде ҡатмарлаштыра, сөнки унһыҙ бер ҡайҙа ла йөрөй алмайһың, бер ҡайҙа ла һине индермәйҙәр. Аэропорттағы пассажирҙар уларға ярҙам итә, тикшеренеү үткәндән һуң уларҙа коронавирус булмауы асыҡлана. Рәйсәнең әйтеүенсә, был хәл уларҙы тынысландырмай, сит кешеләр менән һөйләшмәҫкә, аралашмаҫҡа тырышалар, ”апокалипсис фильмындағы кеүек үҙебеҙҙе тойҙоҡ”, ти ул.
Әле уларҙы Башҡортостанда туғандары һыйындырған, Ҡытайҙағы тәжрибәләрен ҡулланып, белем биреү буйынса онлайн-курстар ойоштороу менән шөғөлләнмәкселәр. Рәйсә – лингвист, Артем – программист. Улар беҙҙә эшһеҙ ҡалмаясаҡ.
Фотола Максим. Шәхси архивтан.
-
-
Автор: Дина Арслановаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/itay-a--r-k-nd--ur-ip-tk-r-ek-133944/
Читайте нас