Новости
24 Февраль 2020, 05:50

Яңы судьялар тәғәйенләнгән

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләнеү тураһындағы указға ҡул ҡуйған.

Республиканың Юғары судында судья вазифаһына Регина Әйүпова һәм Ингрида Индан тәғәйенләнгән. Дәүләкән район судына - Вадим Ғәлимйәнов, Ѳфѳнѳң Калинин районы судына – Азамат Мѳхәмәтйәнов, Ѳфѳнѳң Совет район судына судья итеп Сослан Исҡужин ҡуйылған. Шулай уҡ Учалы район суды судьяһы Азалия Шәкирйәнова Ѳфѳнѳң Совет район судында эшләйәсәк.
Фото: nur-05.ru
Автор: Рәмилә Мусина.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Ya-i-sudyalar-t--yenl-ng-n-133741/
Читайте нас