Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Новости
24 Февраля 2020, 06:00
Һөйөнсө, Соня дауахананан сыҡты!
Стәрлетамаҡтан ике йәшлек София Ғизәтуллина тураһында күп яҙҙыҡ. Ҡыҙ тыумыштан ауыр сирҙәр менән яфалана: ҡул суҡтары һәм аяҡ үксәләре, бит һәм баш һөйәктәре дөрөҫ үҫешмәгән. Ул бик насар хәрәкәтләнә һәм һөйләшмәй.
Соня республика етәксеһе булышлығында Израиль табиптарына тикшерелеүгә лә барып ҡайтты. Бынан тыш, ғаиләнең торлаҡ шарттары яҡшыртылды. Әле килеп ике аҙна элек үҙебеҙҙең Өфөлә уның аңҡауына хирургик операция яһалғайны. Ғәмәл уңышлы үткән. Кисә ҡыҙ дауахананан сығып, социаль адаптация үтер өсөн өйөнә ҡайтҡан. Был хаҡта ул дауаланыу үткән Республика балалар клиник дауаханаһының "Бәйләнештә"ге төркөмөндә хәбәр ителгән.
Киләсәктә табиптар ҡыҙға бармаҡ араларына үҫкән ярыларҙы алып ташлау буйынса операция ла яһарға ниәтләнә. Бының өсөн беҙҙә шарттар бар. Соняның һаулығы күҙгә күренеп яҡшырыр тип өмөтләнәбеҙ.
Фото: "Радуга добра".
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/y-ns--Sonya-dauahananan-si-ti-133985/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"