Новости
24 Февраля 2020, 05:15

Салауат Фәтхетдинов: “Армияла илап та алам инем”

Был көндө бер-беребеҙҙән: “Хеҙмәт иттеңме?” - тип һорарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Яратҡан йырсыбыҙ Салауат Фәтхетдинов: “Был һорау мине һәр саҡ уңайһыҙ хәлдә ҡалдыра, - тип яуаплай. - Сөнки мин төҙөлөш батальонында аҡса эшләнем.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғаиләлә хәл ауыр ине, аҡса эшләү мөмкинлегенә ҡыуандым ғына. Ғөмүмән, торомошта мин “везучий”. Дуҫтарға килгәндә лә, ғаиләлә лә. Бәләкәй генә бер талантым да бар шунда. Ә бына армияла берҙән-бер татар кешеһе – командир ҙа миңә эләкте, шуға күрә хеҙмәт итеүе күпкә еңелерәк булды. Ике йыл хеҙмәт иттем. Тыуған яҡты нисек һағынғанды белһәгеҙ?! Кешегә күрһәтмәй, ҡасып, илап та ала инем. Ә хәҙер хеҙмәт иткән ҡаланы барып күргем килә. Уны танымаҫһың да инде! Ул ваҡытта Шевченко тип атала ине, хәҙер - Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһы. Берәй юлым унда ла төшөр әле. Йәштәрҙең армияға теләп барыуҙары ҡыуандыра. Студенттар ҙа армияға барам тип, ғариза тотоп килә. Афарин! Армия – иң шәп мәктәп ул, барыһындар”.
Фото: «Бәйләнештә» селтәренән.https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Salauat-F-thetdinov--Armiyala-ilap-ta-alam-inem-134448/
Читайте нас