Новости
24 Февраль 2020, 05:30

Сәғиҙулла: "Ғәфү почерк өсөн..."

Халыҡ-ара туған көндәр көнө айҡанлы, кисә Өфөлә төрлө милләт вәкилдәре үҙенең туған телендә диктант яҙҙы. Күп кенә билдәле кешеләр ҙә был сараға ҡушылды. Улар араһында йырсы Сәғиҙулла Байегет тә бар ине.

Төштән һуң артист үҙенең сәхифәһендә ошо акцияға бәйле конкурс ойоштороп ебәрҙе. Үҙе яҙған диктант тексын урынлаштырып, дуҫтарынан уның нимә тураһында булғанын белергә ҡушты һәм дөрөҫ яуап биргән тәүге 15 кешегә бүләккә календарь вәғәҙә итте. Шуныһы ҡыҙыҡ, йырсының яҙыуы бик аңлайышһыҙ, баштағы "ғәфү почерк өсөн" тигәнен саҡҡа уҡып була.
Шулай ҙа комментарийҙарҙа күптәр диктант темаһын дөрөҫ билдәләгән. Был Сәғиҙулланың почергын аңлауҙан бигерәк халыҡтың туған телдәр көнөндә үткән саралар менән хәбәрҙар булыуын, заман яңылыҡтары менән бергә атлауын күрһәтте.
Фото: С. Байегеттең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.https://bash.rbsmi.ru/articles/telgen-m-bergen-m/S-i-ulla---f-pocherk-s-n-134022/
Читайте нас