Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
24 Февраль 2020, 05:45
Рөстәм Асаев нисек уҡыған?
Ысынлап та, бөгөн башҡорт һәм эстрада йондоҙона әүерелгән Рөстәм Асаев нисек уҡыған? Йырсы булыу өсөн тик "яҡшы" билдәләренә генә белем алыу кәрәктер... Ана шундай һорауҙар ҡыҙҡһындыра торғандыр күптәрҙе.
"Һәйбәт уҡыным мин: “өслө”гә-”дүртле”гә генә, - тип шаярта был хаҡта һүҙ сыҡһа, сәхнә йондоҙо. - Әммә мәктәптә бер ҙә юҡҡа гел миңә эләгә ине. Һуғышҡан малайҙар төркөмөнә килеп кенә ҡушылам – шунда уҡ уҡытыусы апай ҙа килеп сыға, ғәйеплеһе булып мин ҡалам. Туп тибешеп уйнайбыҙ – тәҙрә ватыусы булып мин танылам... Шулай ҙа ныҡ тырышып уҡыным тип әйтә алмайым. Бөтә хыял – үҫеп етеп, фермер булып эшләй башлау, мал-тыуар үрсетеү ине. Ә яҡшы билдәләрҙе алырға парталаш малай ярҙам итте. Иртәнән үк уғ
а
20 тин биреп ҡуяһам, өйгә бирелгән эште лә күсертә, дәрестә лә күҙ уның дәфтәрендә була. Әле лә апайым минең турала, мәктәптән ҡайтҡас, сумкаһын ташлай ҙа, иртән уны асылмаған килеш тотоп мәктәпкә китә ине, тип иҫкә ала".
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Автор: Венер Исхаҡовhttps://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/R-st-m-Asaev-nisek-u-i-an-133673/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"