Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
24 Февраль 2020, 05:30
“Күршеләр. Дуҫтар. Тик шулай!”
Был һүҙҙәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты. Тап ошолай, башҡортса яҙҙы ул уны. Янындағы кешене, моғайын, барығыҙ ҙа танығандыр. Ул – күрше Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.
Алдараҡ хәбәр иткәнебеҙсә, Радий Хәбиров кисә эш сәфәре менән Һамар өлкәһендә булғайны. Аҙаҡ ул үҙенең сәхифәһендә: “Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров беҙгә иң яҡшы төбәк практикалары менән уртаҡлашыу өсөн бик һөҙөмтәле мөхит булдырҙы һәм округ башлыҡтарын эшлекле командаға берләштерҙе. Ә аҙағында ПФО Кубогына ралли ойоштороп, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте”, - тип яҙҙы.
Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән беҙҙең Радий Хәбиров ошо ралли ваҡытында фотоға төшкән. Ысынлап, ике төбәк бер-береһенә ут күрше генә түгел, ә дуҫ һәм хатта туғандарса мөнәсәбәттә. Беҙҙең телдәр ҙә, йолалар ҙа, менталитет та бик яҡын. Башлыҡтарҙың мөнәсәбәте лә дуҫтарса. Күп осраҡта бер-береһенә ярҙам итеп, ҡайһылыр саҡта дуҫтарса дәғүәләшеп, тыуған республикалары мәнфәғәте өсөн бар көсөн һалып эшләй улар.
Фото: Бәйләнештә.
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/K-rshel-r-Du-tar-Tik-shulay-134074/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"