Стэрлебаш шишмэлере
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Февраль 2020, 06:00
Гөл-сәскәгә бәйле ышаныуҙар
Өйҙә гөл үҫтереүгә бәйле төрлө ырым-ышаныуҙар етерлек. Әлбиттә, уларға ышаныу-ышанмау һәр кемдең үҙ мәйелендә.
Фикус эш урынында йыйылған кире энергияны таҙарта. Уның тылсымлы көсө барлығына ышаналар. Ул ауыр эмоцияларҙан ҡотолдороп, оҙаҡҡа һуҙылған бәхәсте сисергә ярҙам итә, кешеләрҙе борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай. Шундай ышаныу ҙа йәшәй: "Балалары булмаған ғаиләлә фикус гөлө үҫтерһәләр, сабыйҙары тыуыр". Фикусты аш-һыу бүлмәһендә урынлаштырһаң, аҙыҡтың муллығына йоғонто яһай, йоҡо бүлмәһендә тотоу – тыныслыҡҡа, тиҙәр.
* Розан (гибискус) ыңғай энергетика булдыра, һаулыҡты нығыта.
* Сырмауыҡ, үрмәле гөл (плющ) өйҙә ирҙәр булғанын яратмай. Ул айырылышыу сәбәпсеһе булыуы ихтимал тигән ышаныу бар. Тағы ла үрмәле гөл үҫкән йортта еткән егеттәр тормай, ситкә күсеп китә, тиҙәр.
* Яран гөлө тынғыһыҙ ваҡытта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә тынысландыра, себендәрҙе “һыйҙырмай”, яман көстәрҙе ҡыуа, агрессияны кәметә.
* Толстянка (“аҡса гөлө”) муллыҡ килтерә. Әгәр япраҡтары ваҡ икән – тинлек аҡсаға, эре булһа – ҙур суммаға. Уның сәскә атыуы һирәк күренеш. Әгәр һеҙгә был бәхет тәтей икән, тиҙ арала байырһығыҙ.
* Алоэ бәхетһеҙ осраҡтан һаҡлай.
* Миләүшә (фиалка) төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалай. Уны "тәрбиәсе гөл" тип тә йөрөтәләр, сөнки балаларҙы ярата.
* Кактустарҙы телевизор, компьютер янына ултыртыу кәңәш ителә – ул электромагнит нурҙарынан һаҡлай. Энәләре ни хәтлем оҙон булһа, шул хәтлем күберәк нурҙарҙы эләктерә, тигән ышаныу йәшәй. Кактусты тәҙрә төбөнә урынлаштырһағыҙ, йортоғоҙҙо бурҙарҙан ҡурсалар, тип тә әйтәләр.
* Хлорофитум – һауаны бик шәп таҙартыусы гөл. Уны аш-һыу бүлмәһенә ултыртыу файҙалы.
Фото: pinterest.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/G-l-s-sk-g-b-yle-ishaniu-ar-133836/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"