

Фәрүәт Абдулла улы 1958 йылда Бурлы ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң Өфөләге ДОСААФ техник мәктәбендә, бер аҙҙан Мәскәү юридик институтында белем алған. Егет 1983 -1985 йылдарҙа Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән. 1991 йылдан – эске эштәр органдарында, 1993 йылдан Мәскәү өлкәһендә айырыуса мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномченный дәрәжәһендә хеҙмәт иткән. Ҡурҡыу белмәҫ егет бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказда хәрби командировкала үҙенә ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй. Ә 1995 йылдың авгусында Төньяҡ Кавказда батырлығы өсөн милиция лейтенанты Фәрүәт Яҡуповҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә. Бынан тыш, Батырлыҡ ордены, “Шәхси батырлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Отставкалағы милиция подполковнигы 2008 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Бюст асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ул республика Башлығы исеменән Ғафури халҡын байрам менән тәбрикләне.
Фото: Ғафури районы хакимиәтенән.