Новости
24 Февраль 2020, 05:25

94 йәшлек ветеран тротил шартлатҡан

Өфө эргәһендә 94 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тротил шартлатҡан. Фәләх Ғиләжевте шулай үҙенсәлекле итеп, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлағандар.

Үҙәк хәрби округының инженерҙар берекмәһе һәм республиканың Хәрби комиссариаты заманса техниканы күрһәтеү экскурсияһын ойошторған. Ветеран һаҡ ҡыланған, хәүефләнгән, шулай ҙа шартлатыс аппаратының төймәһенә баҫҡан. Был уның өсөн, әлбиттә, яу йылдарына ҡайтҡан кеүек тойолғандыр...
Фәләх Шакир улы 17 йәш кенә көйө Бөйөк Ватан һуғышына киткән. Ә фронтҡа алһындар өсөн егет документына бер йәште өҫтәп яҙҙырған. Башта ул уҡсылар полкында әҙерлек үткән һәм 1944 йылда фронтҡа киткән. Һуғыш тамамланғас, Германияла хеҙмәт иткән: Сталинградты алыуҙа ҡатнашҡан данлыҡлы маршал Василий Чуйковты алып йөрөгән.
Шартлы бомбаны билдәле бер арауыҡта юҡ итәләр. 75 йыл элек был эште ҡул менән атҡарһалар, хәҙер барыһын да хәрби робот эшләй. Күкрәге орден-миҙалдар менән тулы ветеранға ул саҡта, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, нимәләр кисерергә тура килгәнен бары ул ғына яҡшы беләлер, моғайын.
Фото: bash.news.
Автор: Айһылыу Низамова.https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/94-y-shlek-veteran-trotil-shartlat-an-134276/
Читайте нас