Новости
24 Февраль 2020, 06:00

3D һүрәт оҫтаһының мөғжизәле донъяһы

Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаровтың оҫта ҡулдары тыуҙырған үҙенсәлекле һүрәттәр, 3D форматындағы картиналар бөгөн Башҡортостан, Рәсәй күләмендә генә түгел, хатта сит ил кешеләрендә лә ҡыҙыҡһыныу уята.

Марат Алсынбай улы Баймаҡ һәм Бөрйән райондары сигендә урынлашҡан ғәжәйеп матур тәбиғәтле Бетерә ауылында тыуған. “Үҙемде белә-белгәндән һүрәт төшөрәм”, - ти ул.
Рәссамдың 3D картиналар ижад итеүгә тотоноу тарихы ҡыҙыҡлы. “Барыһы ла осраҡлы ғына булды. 3D һүрәттәр килеп сыҡҡас, мин дә ошолайтып эшләй аламмы икән, тип уйланым да үҙемде һынап ҡарарға булдым”, – ти әңгәмәсем. Был йүнәлештәге иң тәүге эштәренең береһе ҡустыһының иҙәнен биҙәү була. Бөгөн уның бихисап таныштарының һәм бығаса таныш булмаған, әммә матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләрҙең йорт-фатирҙарын, ҡапҡаларын, ҡоймаларын ошондай үҙенсәлекле һүрәттәр биҙәй.
Марат Ғафаровтың картиналары бөтә Рәсәй буйынса таралған. Салехард, Калининград, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан һүрәт эшләтеп алыусылар булған. “Социаль селтәр аша табып яҙыусылар күп. Хатта сит илдәрҙән – АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Канада, Ғәрәп әмирлектәренән дә яҙалар”, - ти Марат ағай.
Уның хаҡында Беренсе канал тапшырыу эшләгән, үҙәк, республика гәзиттәре яҙып сыҡҡан. Һүрәттәренә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә йыш була икән. Мәскәүҙән килгән оператор егет йыуыныу бүлмәһенең ишеген асҡас, иҙәндә 3D форматында төшөрөлгән зәп-зәңгәр һыулы диңгеҙҙән башын ҡалҡытып торған дельфин һүрәтен күреп, бер аяғын күтәргән килеш ҡатып ҡала. Темәстәге иҫке генә бина диуарына семәрле баҫҡыс, ишек һүрәте яһап ҡуйғас, ҡайһы бер ауылдаштары рәсемдәге ишекте ысынға алып, саҡ баштары менән төкөмәй.
“Йортоноң берәй мөйөшөн, аш-һыу бүлмәһен биҙәүемде һорап, ҡатын-ҡыҙҙар йыш мөрәжәғәт итә. Был аңлашыла ла, сөнки гүзәл зат – бар булмышы, фиғеле менән матурлыҡ тыуҙырыусы, ғаилә ҡотон һаҡлаусы бит ул. Үҙемдең дә илһам сығанаҡтарымдың береһе тәбиғәт булһа, икенсеһе – яратҡан ғаиләм”, – ти Марат Алсынбай улы. Киләсәктә лә ҡылҡәләме ярҙамында матурлыҡ өләшеп, тылсымлы һүрәттәре менән күҙҙе йәмләр гүзәллек тыуҙырып йәшәргә яҙһын рәссамға!
Фотолар: Марат Ғафаровтың шәхси архивынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығоловаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/3D--r-t-o-ta-ini-m-giz-le-donya-i-133767/
Читайте нас