Новости
23 Февраль 2020, 09:27

Юл фажиғәләре - 21 февраль

21 февралдә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше травмалар алған.

Кисен Өфөлә, Октябрь проспектында, 24 йәшлек егет "Skoda Octavia" машинаһында 23 йәшлек егетте тапай.
Бер версия буйынса, йәйәүле юлды тыйылған ерҙән үтеп барған.
Кушнаренко районы егете шунда уҡ һәләк була. Водитель үҙе лә төрлө йәрәхәттәр алған.
Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-21-fevral-134061/
Фото: Д.З.Ғилметдинов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас