Новости
23 Февраль 2020, 14:57

Кадеттар – буласаҡ ил һаҡсылары

Бөгөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Өфө ҡалаһының 161-се лицейында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дөйөм биреү учреждениеларының кадет кластары араһында үткәрелгән башланғыс хәрби әҙерлектең 1-се Асыҡ ҡала конкурсын ҡараны. Сара полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлегенә арналған.

Яҡташыбыҙ Артур Фәрүәз улының исеме республикабыҙҙа ғына түгел, ә тотош илебеҙҙә лә яҡшы билдәле. Рәсәй Президенты тарафынан юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Ул вафатына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы.
Бәйгелә республикабыҙҙың ҡалаларынан 300-гә яҡын кадет көс һынашты. Сараның маҡсаты - үҫмер йөрәгендә Ватанға һөйөү тәрбиәләү. Мәҫәлән, бәйгеселәр араһында Марсель Камалетдинов тигән үҫмер бар. Әйтеүенсә, кадет класында уҡыу уның өсөн – ғорурлыҡ, махсус белем усағы иһә малайҙарҙы ысын ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләй.
Фото рәсмисығанаҡтарҙан.
Илдар Аҡъюлов
Автор: Ильдар Акьюлов.https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Kadettar--bulasa-il-a-silari-134424/
Читайте нас