

Киске күңел асыу программаһы ул. Үәт, бына шуны Кәкре Сүкеш менән Тригубчак (уны ярым яланғас күреп өйрәнгәнбеҙ шикелле) алып барасаҡ.
Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының “Бәйләнештә”ге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге кеүек шоуҙы БСТ тамашасылары күргәне юҡ.
Шәп музыка, шаяртыуҙар, цензураһыҙ ғына сетерекле проблемалар тураһында һөйләшеү – барыһы ла буласаҡ икән.
Тәүге ҡунаҡ – билдәле шәхесебеҙ Илдар Абдразаҡов. Ул ошо тапшырыу өсөн генә рэпер булып торорға ризалашҡан.
Фидан Ҡолмөхәмәтов үҙе ”Бәйләнештә” былай тип яҙған: ”Йәмәғәт! Дорогие мои подписчики!
Сегодня в 22:00 на телеканале БСТ стартует новое развлекательное шоу "Вассалям". Этот проект состоялся благодаря усердной работе крутых, молодых и креативных ребят! Для меня же это абсолютно новый опыт в качестве русскоговорящего ведущего. Шуға аптырамагыз“.
Һи-и, Фидан туған, беҙҙең тамашасыны аптыратыуы еңелдән түгел ул. Кем әйтмешләй, давай, лутсы шәп итеп һин (йәғни Тригубчак менән икегеҙ) аптырат әйҙә!
21 февралдә, 22.00 сәғәттә ҡарарға онотмағыҙ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-kre-S-kesh-men-n-Trigubchak-berg-133615/
Фото: vk.com