Башҡортостан етәкселеге Хәрби-диңгеҙ Флоты караптары һәм частәрен ҡурсалауға бәйле боронғо рус йолаһын дауам итте.
Килешеүгә ярашлы Башҡортостан Хөкүмәте карапҡа контракт буйынса хеҙмәт итер өсөн лайыҡлы кандидаттар һайлап алып ебәреүгә булышлыҡ итәсәк, Башҡортостандың ижади коллективтары сығыштарын ойошторасаҡ, экипаж тормошондағы көнкүреш, һауыҡтырыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашасаҡ, экипаж ҡатнашлығында предприятие һәм уҡыу йорттарында хәрби-патриотик эштәр үткәреүҙе тәьмин итәсәк.
Килешеүгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән карап командиры, 2 ранг капитаны Андрей Жарков ҡул ҡуйҙы.
- Бөгөн беҙҙең илебеҙ тарихындағы мөһим көндәрҙең береһе – Армия һәм Хәрби-диңгеҙ флоты көнө, - тине Радий Хәбиров. – Тап ошо көндө “Иван Грен” десант карабы командованиеһы менән килешеүгә ҡул ҡуйыуыбыҙ бик әһәмиәтле. Беҙҙең өсөн был ҙур мәртәбә. Республикабыҙҙың иң әҙерлекле һалдаттары һеҙгә хеҙмәт итергә барыр тип ышанабыҙ. Хәрби карап өҫтөндә Башҡортостан флагының да елберләп тороуы бик ҡыуаныслы.
Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң Башҡортостан Башлығы карап командирҙары ғаиләләре менән аралашты.
“Иван Грен” – Рәсәйҙең 11711 проектының ҙур десант карабы, ул ике караптан торған серияның баш судноһы. Уға был исем вице-адмирал, Ленинградтың диңгеҙ оборонаһы артиллерияһы начальнигы, СССР ВМФ-ы хәрби әҙерлек Идаралығы начальнигы, хәрби ғалим-артиллерист Иван Ивановоч Грен хөрмәтенә ҡушылған.
Уны флотҡа тапшырыу һәм флаг күтәреү тантанаһы 2018 йылдың 20 июнендә булды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ivan-Gren-men-n-kileshe-t--ld-134375/