Новости
23 Февраль 2020, 14:56

Ил батырына – лайыҡлы баһа

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Ватанды һаҡлаусыларға арналған парад һәр кемдә һоҡланыу уятмайынса ҡалмай.

Сираттағыһы бигерәк үҙенсәлекле, иҫтәлекле, тарихта мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ.
Иглин һәм Нуриман райондарының хәрби комиссары Вадим Дәүләтшин доклады менән башланды был тарихи парад. Советтар Союзының ике тапҡыр Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө беренсел йәйге әҙерлекле дөйөм белем биреү мәктәп интернатының байраҡлы төркөмө әләмдәрҙе – Еңеү байрағының күсермәһен, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағын, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының флагтарын күтәргән. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм гарнизондың (63494-се хәрби частең) тынлы оркесты парадта ҡатнашыусыларҙы оҙата барҙы. Ә унда Муса Гәрәев исемендәге Өфө беренсел йәйге әҙерлекле дөйөм белем биреү мәктәп интернаты курсанттары, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы, Ишембай районындағы, Мәләүез индустриаль училищеһы ҡарамағындағы кадет корпустары тәрбиәләнеүселәре, Октябрьский ҡалаһынан юнармеецтары һәм Өфөләге 106-сы лицей тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Быларҙың барыһы ла ҡаһарман замандашыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөғин Нагаев өсөн эшләнгәйне. Тантаналы шарттарҙа республикала тәүгеләрҙән булып, ул генерал Шайморатов ордены меәнә наградланды.
- Бөгөн Өфөлә генә түгел, тотош республикала һәм бар муниципалитеттарҙа ла байрам. Бөгөн иң беренсе Шайморатов орденын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветеранына тапшырҙыҡ. Был – ил батырына күрһәтелгән лайыҡлы баһа, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.-
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, легендар генерал Шайморатов ордены менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәндәр бүләкләнә.
Мөғин Кәрим улы Нагаев Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, Александр Невский ордендары, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградланған.
Фотолар рәсми сығанаҡтарҙан.
Автор: Айһылыу Низамова.https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Il-batirina--layi-li-ba-a-134447/
Читайте нас