Новости
23 Февраль 2020, 09:45

Эттәрҙе ҡотҡарғандар

Өфөләге Гагарин баҙары артында машиналар өсөн туҡталҡаларҙы алғас, хужалары эттәрен шунда бәйҙә торғоҙоп ҡалдырҙы, бахыр эттәр ас тора, олойҙар, янына барып бәйҙән ысҡындырырға ҡурҡыта, ҙурҙар, тип яҙҙылар республика башлығы сәхифәһенә: "Тик уларҙы ата күрмәгеҙ инде, йәл бит".

Күп тә үтмәне, был яҙмаға Октябрьский районы хакимиәтенән, проблеманы хәл итәсәкбеҙ, тип яуапланы.
Проблеманы күтәргән ҡатын, зинһар, эттәрҙе ҡайҙа алып барғанығыҙҙы (адресын күрһәтеп) яҙығыҙ, тип һаман борсолдо. Моғайын, тере ҡалырҙармы-юҡмы, тип ҡайғырғандыр.
Ләкин мәсьәлә тиҙ арала ирекмәндәр тарафынан хәл ителде: эттәрҙе ҡотҡарабыҙ, тип яҙҙы улар.
Әлдә изге күңелле кешеләр бар!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ett-r-e-ot-ar-andar-133647/
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас