Бөгөн республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы бинаһында ойошторолған матбуғат конференцияһында ошо сара тураһында һөйләнеләр. Журналистар алдында сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Николай Фадеев һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова сығыш яһаны.
Өс көн дауам итәсәк форумда һәм “Машиналар эшләү”, “Өфөнөң инновация ҡеүәте” махсуслаштырылған күргәҙмәләрендә биш меңгә яҡын белгес ҡатнашасаҡ. Рәсәй сәнәғәтселәре форумының был юлы ла яңы типтағы иҡтисадты формалаштырыу, инновация системаһының нығыныуы һәм эшҡыуарлыҡ субъекттарының етештереү өлкәһе менән йоғонтоло хеҙмәттәшлеге буйынса көнүҙәк темаларға фекер алышыу майсансығына әүерелеүе көтөлә.
Форум сиктәрендә “Ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ: төбәк-ара хеҙмәттәшлек – инновация ҡеүәтен арттырыу шарты” тигән түңәрәк өҫтәл үткәрелә, “Өфөлә сәнәғәт туризмын үҫтереү” проектының исем туйы һәм “Инновация эшләнмәләре биржаһы” секциялары ла эшләйәсәк. Был ике секцияны Өфө ҡалаһы хакимиәте ойоштора.
Сараның эшлекле программаһына Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй машина эшләүселәр союзы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы коллегияһы, Экология, технология һәм атом күҙәтеүе федераль хеҙмәте етәкселәре саҡырылған.
Был йыйындың төп сараһы – “Сәнәғәт үҫеше стратегияһы. Өҫтөнлөктәр һәм уңышлы тәжрибә” типа аталған пленар ултырыш. Уның модераторы сифатында билдәле журналист, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы Марианна Максимовская сығыш яһаясаҡ.