Новости
21 Февраль 2020, 19:50

Ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартам тип...

Баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдары Октябрьский районында ҡар менән бәйле бәхетһеҙ осраҡ теркәлеүе тураһында хәбәр итә.

Тәүтикшереүселәр асыҡлауынса, 62 йәшлек ир шәхси йорттоң төкәтмәнең ҡыйығын ҡарҙан таҙартҡан ваҡытта өҫтөнә ҡар массаһы төшкән һәм уны күмеп киткән.
Фажиғә урынына шунда уҡ Өфө ҡалаһының эҙләү-ҡотҡарыу отряды һәм “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте йүнәлгән. Улар килгәнсе, күршеләре зыян күреүсене ҡарҙан ҡаҙып алағандар, әммә ир үлгән була.
Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре тикшерелә.
Фото: Өфө граждандарҙы һаҡлау идаралығы сайтынан.
Римма Султанова
  • Читайте нас