Ул 1924 йылда Ырымбур өлкәһендә Әсекәй районының Иҫке Ҡолшәрип ауылында тыуған, һуңынан ғаилә республиканың Бәләбәй районындағы Знаменка ауылына күсеп килә. Үҫмер ошо ауылда ете класты тамамлай, һуғыш башланғас, урындағы спирт заводына эшкә урынлаша.
1942 йылдың июлендә ул Бәләбәй хәрби комиссариатынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ете класс тамамлаған егет Стәрлетамаҡҡа күсерелгән Рига хәрби пехота училищеһы курсанты булып китә, ә 1943 йылдың 2 февралендә фронтҡа юллана.
Һуғышҡа ябай һалдат булып киткән Мәмүн Лотфулла улы миномет батареяһы командиры урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡаты алыштарының береһендә – Курск дуғаһындағы бәрелештәрҙә ҡатнаша, шулай уҡ Украинаны, Молдавияны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүгә ҙур өлөш индерә.
Ястребов ауылы өсөн алыштарҙа 20 фашисты һәм ике пулемет нөктәһен юҡ иткән өсөн ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. 1945 йылдың 15 мартында Мускау ҡалаһы эргәһендә немецтарҙың оборонаһын йырып сыҡҡанда Мәмүн Ғәтиәтуллин үҙен ҡыйыу һәм бирешмәҫ командир итеп күрһәтә. Яуҙа уның расчеты 30 фашисты һәм пушканы юҡ итә. Был иһә йәйәүлеләр ғәскәренә алға китергә мөмкинлек бирә.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугир Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби фиҙакәрлек өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградланған. Мәмүн Ғәтиәтуллин өсөн һуғыш 1947 йылдың апрелендә генә тамамлана, сөнки уға йәшенеп ҡалған дошманды дөмөктөрөү өсөн тағы ла көс һалырға тура килә.
Тыныс тормошта ла ул үҙенең ғүмерен тыуған иленә бағышлай – юғары белем ала, илдең сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индереп, төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй.
Әле лә 96 йәшлек уҙаман үҫеп килгән быуында илһөйәрлекте тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә, балалар менән осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның тырышлығы менән Өфө ҡалаһының 117-се мәктәп-музейында 15-се гвардия дивизияһының хәрби юлына бағышланған мөйөш асылған. Шулай итеп, Мәмүн Лотфулла улы әле лә сафта, Ватан һағында.