Новости
22 Февраль 2020, 06:15

Йәшәү ҡәҙерен белә ир-егеттең яҡшыһы

Афған һуғышында башҡорт егеттәре күп ҡатнаша. Улар араһында Белорет районының Йөйәк ауылынан да ир-азаматтар бар. Бөгөн уларҙың береһе – Мансаф Исҡаҡов тураһында һүҙем.

Мансаф Сә­лим­гәрәй улы 1984 йыл­дың майында хәрби хеҙмәткә алына. Уларҙы тәүге көндән үк Төрк­мән­с­тандың Ашхабад ҡалаһына әҙерлек курсы үтергә ебәрәләр. Быуындары ла нығынып өл­гөр­мәгән үҫмер егеттәр бер аҙ­ҙан Афған­с­тан­ға оҙатыла. Улар һуғыш­тың иң ҡыҙыу мәленә тура килә.

Алыш­тар­ҙың береһендә яҡташыбыҙ ҡаты яралана. Ул оҙаҡ ҡына Ҡабул ҡалаһында госпиталдә дауалана. Һауыҡҡандан һуң яңынан бығаса хеҙмәт иткән уҡсылар полкына ҡайтарыла.

Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Мансаф Исҡаҡовты 1985 йылда “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Шулай итеп, ике йыл ярым самаһы һалдат һурпаһын эсеп, ут эсенән тыуған ауылына иҫән-һау ҡайтырға насип була.
Тормошта ла һынатмай ул. Ауылда эш юҡ тип өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай: тәүге көндән үк Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ҡасабаһындағы ҡом карьерына эшкә төшә. Бер аҙҙан Өфөлә шахтерҙар курсын тамамлап, яңы һөнәре буйынса Межгорье ҡалаһына эшкә урынлаша.

Тыуған ауылын яратҡан егет сит ерҙе, ҡала мөхитен үҙ итә алмай, шуға ла 1989 йылда тағы ла Йөйәгендә төпләнә. Әле ул тимер юлдың радио-телефон станцияһында эшләй.

Мансаф Сәлимгәрәй улы Нура ауылы ҡыҙы Гүзәл Лотфулла ҡыҙы менән матур ғаилә ҡорған. Гүзәл апайҙың да эше үтә яуаплы – ауылда фельдшер йөгөн тарта. Исҡаҡовтарҙың татыу ғаиләһендә ике ҡыҙ буй еткерә. Оло ҡыҙы Вилиә әсәһе кеүек медицина өлкәһен һайлаған. Әле тормош иптәше Айгиз менән Морат һәм Мәҙинә исемле балалар үҫтерәләр. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Улар ҙа ауылда йорт һалып сығып, гөрләтеп донъя көтә. Исҡаҡовтарҙың кесе ҡыҙҙары Эльвира – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өсөнсө курс студенты. Һәләтле ҡыҙ ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Өйҙә усаҡта ут һүнмәһә, атай-әсәй тигеҙ, татыу ғүмер итһә, балалар ҙа бәхетле була. Мансаф Сәлимгәрәй улы ла ҡыҙҙарына – яратҡан атай, кейәүенә – хөрмәтле ҡайны, ҡатынына ышаныслы терәк-таяныс булып тора.

Быйыл совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 31 йыл тулды. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй белеү ҙә – ҡаһарманлыҡ. Мансаф Сәлимгәрәй улы – тап шундай көслө заттарҙың береһе. Киләсәктә лә ауырлыҡтарға бирешмәй, көслө рухлы булып ҡал, тип теләйбеҙ Афған һуғышын үткән ауылдашыбыҙға.

Белорет районы.
Читайте нас