Республика етәксеһе Башҡортостан студент отрядтары командирҙары, ағзалары менән осрашты, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, студенттар төбәк Башлығына үҙҙәренең махсус кейемен – бойцовка бүләк итте. Әңгәмә барышында Радий Фәрит улы Башҡортостан студент отрядтарына Хөкүмәт тарафынан ярҙам буласағы хаҡында белдерҙе.
– Студент отрядтарына булған мөнәсәбәт үҙенә бер башҡа, сөнки был эшкә йәшлегебеҙҙең бер өлөшөн бағышлағанбыҙ. Беҙҙең, залда ултырған отряд ветерандары өсөн был ойошмала эшләү иң сағыу, саф хәтирәләр булып ҡалған.
Ул саҡта хеҙмәттән бигерәк, берҙәмлек тойғоһо мөһимерәк булғандыр. Отряд эсендә дуҫлаштыҡ, ғашиҡ булдыҡ – был ойошмала меңләгән яңы ғаилә барлыҡҡа килде.
Студент отрядтарының бөгөнгө ағзаларына мөрәжәғәт итеп, барығыҙҙың да был тормош мәктәбен үтеүегеҙҙе теләйем. Һуңғы йылда республикабыҙҙа был ойошманың яңынан тергеҙелеүе – шәп күренеш.
Студент отрядтары – ул ғүмергә етерлек дуҫлыҡ. Бында эшләү яңы бейеклектәргә этәрә, үҙеңдә ыңғай сифаттарҙы тәрбиәләргә ярҙам итә, шәхестең үҫеүенә этәргес булып тора. Мәҫәлән, әле залда ултырған Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов – ваҡытында ошо уҡыу йорто, ә мин Башҡорт дәүләт университеты отряды командирҙары инек. Ауыл хужалығы университетының отряд командиры ауырып китте. Нефтекамала уны дауалау фәтүә бирмәй. Шул ваҡытта өсөнсө курста уҡып йөрөгән Валентин Николаевич ауырыуҙы ҡараны ла ҡарауыл һуға башланы. Беҙ тиҙ арала машина саҡырҙыҡ, командирға операция эшләнеләр. Уның һуҡыр эсәге шартлау хәлендә булған. Әлеге мәлдәге профессор, ғалим Валентин Павлов кеше ғүмерен ҡотҡарҙы, – тине етәксе.
Башҡортостан ветерандар советының ойоштороу комитеты тарафынан махсус алтын билдә булдырылған.
Бөгөн килеп тыуған мөмкинлекте файҙаланып, алтын билдәне эштәре менән данланған, йәштәр менән даими бәйләнештә булған Башҡортостан Башлығына тапшырам, – тине Рәсәй студент отрядтары ветераны Рөстәм Туҡаев.
Радий Хәбиров үҙ сиратында студент отрядтары ветерандарын, был ойошманы тергеҙеүгә, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кешеләрҙе Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Тантананың тағы ла бер мөһим ваҡиғаһы өсөнсө хеҙмәт семестрына старт биреү булды. Өфөләге юғары уҡыу йорттары ректорҙарына юлламалар тапшырылды.
Рәсәй студент отрядтары көнө БДУ, БДПУ, БДАУ, ӨДНТУ, ӨДАУ кеүек юғары уҡыу йорттары отрядтары әҙерләгән сағыу байрам концерты менән тамамланды.
Студент отрядтарына арналған йырҙа әйтелгәнсә, был ойошма вәкилдәре киләсәкте бөгөн төҙөй, илдең хеҙмәт фронтының алдынғы һыҙығында бара.