Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
22 Февраль 2020, 06:05
“Төп принцип – тарихҡа һаҡсыл мөнәсәбәт”
Мәғлүм булыуынса, былтыр майҙа Бөрө ҡалаһы Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысына ярашлы ғәмәлгә индерелгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыуҙың иң яҡшы проекттарына иғлан ителгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны. Бөрөнән тыш, бәйгелә Башҡортостандан тағы ла ике ҡала – Ишембай менән Бәләбәй еңеү яуланы. Бергәләп улар федераль ҡаҙнанан 245 миллион һум аҡса алды.
Ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йыл аҙағына Бөрөлә көтөлгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
“Троица соборы алдындағы майҙан тулыһынса йәйәүлеләргә ҡалдырыла, автомобиль хәрәкәтен яңыртылған киңлектән ситкә сығарабыҙ. Ленин һәм Александр Матросов исемендәге скверҙарҙы, уларҙың эргәһендәге урамдарҙы һәм тарихи урындарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Проектта әллә ни суперзаманса ҡарарҙар күҙалланмай, быяла һәм бетон ярҙамында ХIХ быуаттағы сауҙагәрҙәргә хас патриархаллеген һаҡлап ҡалған Башҡортостандағы берҙән-бер ҡаланың үҙенсәлеген айырып билдәләргә булдыҡ. Төп принцип – тарихҡа һаҡсыл мөнәсәбәт, йәмәғәт киңлектәре үтәргә тейешле бурыстарҙы тормошҡа ашырыу. Улар уңайлы, асыҡ һәм хәүефһеҙ булырға тейеш”, – тип яҙған “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: vk.com.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/T-p-printsip--tarih-a-a-sil-m-n-s-b-t-132569/
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"