Новости
22 Февраль 2020, 06:30

Нисек йәшәйһең, ветеран?

Утлы юлдар үтеп, илебеҙгә генә түгел, еребеҙгә Еңеү таңын ҡабыҙған ил батырҙарының һаны йылдан-йыл кәмей бара. Нисә миллион ҡорбанлы, ҡәһәрле һуғыш шаңдауы йылдар төпкөлөнән яңғырап, һаман күңелдәрен һағыш өйкәһә лә, тир һәм ҡан менән яулап алынған орден-миҙалдарына һаҡ ҡына ҡағылғанда күҙҙәрендә оло ғорурлыҡ хистәренән осҡондар тоҡана.

Бына Ибраһим (халыҡ те­лендә – Өмөтбай) ауылында йәшәгән 96 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 209-сы уҡсылар полкы яугире Тимербулат Әбүбәкер улы Йосопбаев та тәүҙә ауыр көрһөнөп: “Балам, яу ҡырында алған яралар йылдар үтеү менән үҙен һиҙ­ҙерә, шуғалыр ҙа хәтер янсығы тарайҙы”, – тине. Аҙаҡ, һан­дығынан ҡәҙерләп һаҡланған наградаларын, уларҙың танытмаларын, иҫтәлеккә төшкән фотоларын ҡулына алғас, ҡарт яугирҙең моңһоу күҙҙәре нурланып китте, өҙөк-өҙөк булһа ла, тормош һәм данлы яу юлы хәтеренә төштө.

Тимербулат Йосопбаев 1924 йылда Ибраһим ауылында донъяға килгән. Атайһыҙ ҡалғанда уға ете ай ғына булған. Ғәзиз әсәһе ике бөртөгөн – уны һәм Фәрҙиә һылыуын – яңғыҙы ҡарап үҫтергән. Атайһыҙ бала – арҡаһыҙ, тигәндәй, аслыҡ-яланғаслыҡ михнәтен татыған ағалы-һеңлеле туғандар бер-береһенә таянып, бала саҡтан үҙаллы донъя көтөргә өйрәнә, әсәләренең тормошон, эшен еңеләйтер өсөн нығынып та бөтмәгән ҡулдарына урағын да алырға мәжбүр була. Эшкә сумған зирәк уҡыусыға алтынсы клас­тан һуң уҡыуын дауам итергә мөмкинлек булмай.

Һуғышҡа киткәндә Тимербулатҡа ни бары 16 йәш була. Дошманға ҡаршы алышҡа ингәнсе, хәрби әҙерлек мәктәбен үтәләр, пулемёттан, автоматтан атырға өйрәнәләр.

– Ҡайҙа беренсе тапҡыр фашисҡа тоҫҡап атҡанымды хәтерләмәйем, Мәскәүҙе күрмәнем, поезд менән ситләтеп үттек, бер иҫән ҡаралтыһы ҡалмаған яндырылған ауылдар ғына күҙ алдымда тора, – тип һуғыш ваҡыттарын иҫкә алды ҡарт һалдат. – Пулемёттан дошманға атҡанда, 1943 йылдың 15 майында, Донецк йылғаһы ярында эргәмдә бомба шартлап, башым ҡаты яраланды, Тамбов госпиталендә аңыма килгәнем хәтерҙә. Разведчиктар йылға аръяғынан “тел” алып килгәйнеләр, шуны һиҙеп ҡалған дошман беҙҙе утҡа тотто ла инде, – тип хәтерләй Тимербулат олатай.

Яралы һалдатҡа тыуған өйөнә ҡайтырға, Еңеү таңын полкташтарһыҙ ҡаршыларға тура килә. Еңеүселәр менән бер рәттән ҡурҡыу бел­мәгән, шанлы 1942 – 1943 йылдарҙа фашистарҙы ҡыйыу тар-мар иткән уҡсы ла “Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. 1948 йылда – “Ҡаһар­манлыҡ өсөн”, аҙаҡ мәртәбәле Жуков миҙалдары ла үҙ эйәһен эҙләп таба.

Һуғыштан һуң тәрән яраларына һылтанып тик ултыра буламы һуң инде ысын ил батыры! Ярым емерек хәлгә килгән ауылдарҙы төҙөкләндереү ҙә, колхоз-совхоздарҙы аяҡҡа баҫтырыу ҙа Тимербулат Әбү­бәкер улы кеүек утты-һыуҙы кискән яугирҙәр иңенә төшә.

Хеҙмәт кенәгәһендә теркәлгәнсә, 1960 йылда “Күгәрсен” совхозында бригадир булғансы, эшһөйәр ир аҫылының 21 йылдан артыҡ хеҙмәт стажы тупланған була. Аралашыусан, кешелекле булғанға күрә, уны бер нисә йыл рәттән депутат итеп тә һай­лайҙар. Оҙаҡ йылдар Күгәрсен совхозының “Искра” бү­лексәһендә бригадир булып эшләй, почтальон, магазин мөдире, ҡарауылсы вазифаларында ла һынатмай. Льготалы шарттарҙа 1979 йылда пенсияға сыҡҡан килеш тә тағы алты йыл “Искра” совхозына хеҙмәт итеп, 1985 йылда ғына хаҡлы ялға китә.

Үҫмер сағынан хеҙмәт яланында сынығып, һәр ҡайҙа намыҫ менән эшләгән Йосопбаев “хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Мең касафатлы һуғышта күрһәткән батырлыҡта­ры ла онотолмай: 1985 йылда I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

– Атайым ысын һалдаттарса йылдарға бирешмәй килә ине әле, бер нисә йыл элек әсәйем Миңзифа Шәһиҙулла ҡыҙы яҡты донъянан киткәс, ныҡ ҡайғырҙы, һаулығы ҡаҡшай төштө, – тип әңгәмәгә ҡушылды әле ғәзиз кешеһе менән бергә йәшәгән, уға ҙур терәк булып торған өлкән ҡыҙҙары Миңзәлә. – 65 йылдан артыҡ бергә татыу ғүмер иттеләр, шул ҡәҙәр бер-береһенә йылы мөнәсәбәттә, хәстәрлекле булыуҙарына һоҡланып туя алмай инем. Икәүләп беҙгә, алты балаһына, йөрәк наҙын бирергә лә, тынғыһыҙ совхоз эшенә лә өлгөрҙөләр. Әсәйебеҙ һауынсы булды, сөгөлдөр баҫыуында тир түкте. Атайыбыҙ, ғүмере буйына үҙе ант иткән партияға тоғро ҡалған кеше булараҡ, һәр саҡ намыҫ менән йәшәне. Ниндәй өлкән кеше үҙенә булған иғтибарҙы яратмаһын, ти, ихтирам-хөрмәт күрһәтеп, йыл һайын Еңеү байрамы менән ҡотларға онотмайҙар, шөкөр, тип ҡыуанып торабыҙ.

Олпат йәштәге хөрмәтле ветеран мәрхүм әбейе менән бергәләп төшкән фотоларын да оло хазиналай ҡәҙерләп һаҡлай. Дошман менән Бөйөк Еңеү өсөн ҡанлы көрәштә күпме дуҫтарын, полкташтарын яу ҡырында ҡалдырып, һөйә белгән йөрәкле ысын кеше булараҡ, юғалтыуҙарға һис кенә лә күнә алмаған шул ул.

Хушлашҡанда йөҙҙәрендә бер аҙ моң­һоулыҡ билдәләре сағылды, тәрән һәм йылы ҡарашында килеп хәл белешеп, данлы үткәненә ихтирам күрһәткәне өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ оло рәхмәт һүҙҙәрен уҡығандай булдым. Күп тә кәрәкмәй бер алманы бишкә бүлергә өйрәткән замандарҙа хеҙмәттә сыны­ғып үҫкән, еребеҙ тыныслығы, аяҙ күгебеҙ өсөн утты-һыуҙы кискән яугирҙәргә. Бары – иғтибар, йөрәктән сыҡҡан ихлас һүҙҙәр. Еңеү тантанаһында шул бәләкәс кенә бүләктән дә мәхрүм итмәйек хөрмәтле ил батырҙарын!

Күгәрсен районы.
Читайте нас