Новости
22 Февраль 2020, 06:45

Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһе киңәйә

Халыҡ ара-туған телдәр көнө айҡанлы Башҡортостанда төрлө саралар үтә. Күркәм байрам уңайынан республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырыу йомғаҡтары (2018 һәм 2019 йылдар алынған) буйынса семинар ойошторҙо.

Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лап­шинаның һүҙҙәренә ҡара­ғанда, дөйөм бурыс – башҡорт телен һәм башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү. Конкурсҡа айырыуса былтыр ғаризалар күп ҡабул ителгән. Ике йыл һуҙымында бөтәһе төрлө йүнә­лештә 42 проект ҡаралған, 12-һе һайлап алынған. Мәҫәлән, илебеҙ төбәктәрендә Башҡорт­остан көндәрен үткәреү – иң уңышлы эштәрҙең береһе.

Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Мо­розкиндың сарала ҡатнашыу­сыларҙы башҡортса сәләмләүе телебеҙҙең киң даирәләргә үтеп инеүен аңлатты.

– Университетта бөтәһе 28 мең студент белем эстәй, – тине Николай Данилович. – Юғары уҡыу йорто респуб­ли­кабыҙ иҡтисадының үҫешенә тос өлөш индерә. 2019 йылда бе­лем усағының донъяла ал­дын­ғы 1 300 университет исем­ле­генә инеүе – юғары күрһәт­кес, ә уларҙың дөйөм һаны – 24 мең.

Башҡортостан Башлы­ғы­ның ижтимағи-сәйәсәт үҫеше буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары – милли про­екттарҙы тормошҡа ашырыу бу­йынса бүлек мөдире Гөл­ләриә Ялсыҡаева сығышында проект эштәренең мөһимлегенә баҫым яһаны.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе һәм башҡа са­ралар башҡорт телен үҫте­реүгә тос өлөш индерә. Ошолар тураһында республикабыҙҙың мәғариф министры урын­баҫары Әлфиә Ғәлиева һөйләне.

Семинарҙа респуб­лика­быҙ­ҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
Читайте нас